5 декабрь, Дүшәмбе

31 май 2013 йыл, 15:32

Шаран районында «Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте»нең урындағы бүлексәһе асылды

автор: Людмила Терновая

«Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте» дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Шаран районындағы бүлексәһенең ойоштороу йыйылышында 14 кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусылар район бүлексәһе Советын ойошторҙо, етәкселәрҙе һайланы. Шулай уҡ ойошманың маҡсаттары һәм бурыстары тураһында мәғлүмәт тәҡдим ителде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Йәмғиәт составына уҡытыусылар, отставкалағы хәрби хеҙмәткәрҙәр, райондың почетлы граждандары инде. Асыҡ тауыш биреү юлы менән Йәмғиәт бүлексәһе рәйесе итеп райондың крайҙы өйрәнеүселәр берләшмәһе рәйесе, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мусин һайланды.

Йәмғиәт бүлексәһе РФ Президенты Указына ярашлы илдең хәрби-тарихи үткәнен өйрәнеүҙә дәүләт һәм йәмғиәт көстәрен берләштереү, Рәсәй тарихын өйрәнеүгә булышлыҡ итеү һәм уны боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуймау, патриотизм тәрбиәләү, хәрби хеҙмәттең абруйын күтәреү маҡсатында ойошторолдо.