6 декабрь, Шишәмбе

31 май 2013 йыл, 14:53

Башҡортостанда 2013 йылдың иң яҡшы экологтары билдәләнде

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә арналған «Экологик именлек буйынса иң яҡшы белгес-2013» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Бәйгелә Башҡортостан предприятиеларынан 55 белгес ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар булып «Тармаҡ-ара институт» дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы сығыш яһаны.

— Бөгөн дәүләт, йәмәғәт ойошмалары тарафынан тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә, — тип билдәләне төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, конкурсанттарҙы сәләмләп. – Был өлкәлә юғары квалификациялы кадрҙар кәрәк. Тирә-яҡ мөхит торошо һәм экологик сараларҙың һөҙөмтәлелеге һеҙҙең тәбиғәтте һаҡлау бурыстарын нисек үтәүегеҙҙән тора.

Быйыл конкурс түбәндәге биш номинация буйынса үткәрелде: «Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы» (Өфө буйынса), «Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы» (республика буйынса), «Экологик именлек өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәт стажы өсөн», «Экологик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса махсуслашҡан предприятие» һәм «Еңеүгә ынтылыш өсөн».

Һөҙөмтәлә «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Өфө производство бүлексәһенең экологик именлек һәм тәбиғәттән рациональ файҙаланыу бүлеге начальнигы Игорь Андреев еңеүсе тип танылды. Икенсе урынға — «Уралсибнефтепровод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең экологик именлек һәм тәбиғәттән рациональ файҙаланыу хеҙмәте начальнигы Лилиә Тимерғәлиева, өсөнсө урынға «МАСК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инженер-экологы Ольга Ломакина лайыҡ булды, тип хәбәр итте БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.