Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә III республика китапханасылар конкурсында еңеүселәр тәбрикләнде

Мәҙәниәт

Өфөлә III республика китапханасылар конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә «Респект» хоҡуҡ компанияһы сығыш яһаны.

Бәйге 25 марттан 24 майға тиклем үткәрелде. Наградлау тантанаһы Дөйөм Рәсәй китапханалар көнөнә ҡарата ойошторолдо. Конкурста 39 китапханасы ҡатнашты. Ойоштороу комитетын төбәктең мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев етәкләне.

Һөҙөмтәлә Баҡалы биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының сектор мөдире Надежда Мамедова Гран-при яуланы. Беренсе урынға – Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Наталия Маликова, икенсе урынға – Туймазы биләмә-ара үҙәк китапханаһының Хоҡуҡи мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәре Эльвира Зиннәтуллина, өсөнсө урынға – Дәүләкән биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Ильвира Фәтҡуллина лайыҡ булды.

Көнүҙәк, ижади эштәр күп булыу сәбәпле, конкурс жюрийы йәнә 10 өҫтәмә номинация булдырҙы.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, республика халҡының хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен арттырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе нығытыу йәһәтенән был мөһим сара булып тора. Бынан тыш, бындай һөнәри бәйгеләр китапханасы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть