11 декабрь, Йәкшәмбе

31 май 2013 йыл, 12:29

БР Финанс министрлығында Краснодар крайы делегацияһы ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ултырышы үтте

автор: Галина Бахшиева

Краснодар крайы делегацияһының Өфөгә визиты сиктәрендә БР Финанс министрлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Краснодар крайының рәсми делегацияһы Башҡортостанға 29 майҙа килде. Делегацияны Краснодар крайы губернаторы урынбаҫары – финанс министры Иван Перонко етәкләй.

Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина рәйеслегендәге түңәрәк өҫтәл ултырышында ике төбәктең министрлыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.

— Башҡортостанға килер алдынан уның финанс-иҡтисади хәлен ентекле тикшерҙек һәм беҙҙең төбәктәрҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береш булыуын аңланыҡ, — тип билдәләне Иван Перонко.

Атап әйткәндә, ул төбәктәрҙең тупланма бюджеттарын тулыландырыу буйынса яңы алымдар эҙләү, РФ Президенты Владимир Путиндың май айындағы указдарын үтәү, инвесторҙар йәлеп итеү, бюджет-ара мөнәсәбәттәр моделен оптималләштереү кеүек йүнәлештәрҙе атаны.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай уҡ бюджет процесы мәсьәләләрен тикшерҙе һәм министрлыҡтарҙың эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса тәжрибә уртаҡлашты.