11 декабрь, Йәкшәмбе

31 май 2013 йыл, 11:11

Ял көндәрендә төбәктә ямғырҙар көтөлмәй

автор: Галина Бахшиева

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостандың күпселек райондарында ямғырҙар көтөлмәй, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән. 1 һәм 2 июндә көндөҙ һауа температураһы – плюс 20-24 градус, төндә 6-12 градус йылы була.

Бөгөн, яҙҙың һуңғы көнөндә, төбәктә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ плюс 23-26 градус тәшкил итә.

темалар: һауа торошо