6 декабрь, Шишәмбе

31 май 2013 йыл, 11:02

Республиканың 19 районында сәсеү эштәре тамамланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың 19 районында сәсеү эштәре тамамланды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Төбәктең 10 районында – ҡарабойҙай сәсеү, 20 районында кукуруз сәсеү тамамланды. Бөгөнгө көнгә был культуралар планлаштырылған майҙандың 58 һәм 91 процентында сәселгән.

Шул уҡ ваҡытта 108,7 мең гектар майҙанда пар ерҙәре эшкәртелде, был планға ҡарата 34 процент тәшкил итә.

Төбәктә 29 процент майҙанда – иген культураларын, 85 процент майҙанда шәгәр сөгөлдөрөн химик утау үткәрелде, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствонан.