9 декабрь, Йома

31 май 2013 йыл, 9:53

Бөрөнөң йәш гвардиясылары «Өс быуын китаптары» акцияһын үткәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Йәйге каникулдар алдынан кесе йома, 30 майҙа, Бөрөнөң йәш гвардиясылары ҡала мәктәптәренең береһендә «Өс быуын китаптары» акцияһын үткәрҙе, тип хәбәр итә ER.RU. Сара «Китаптар — балаларға» төбәк проекты сиктәрендә ойошторолдо.

Уҡыусылар менән осрашыуға шағирҙар, атҡаҙанған уҡытыусылар, хеҙмәт ветерандары килде. Уларҙың барыһы ла уҡыусыларға үҙҙәренең тәүге китаптары тураһында һөйләне.

— Китаптар ярҙамында төрлө илдәрҙә булдыҡ, уларҙың тарихы, мәҙәниәте, халыҡтары тураһында белдек, — тип билдләне акцияла ҡатнашыусылар.

Саҡырылған ҡунаҡтар һүҙҙәренсә, улар олоғайғас та китаптарҙан айырылмай. Китап уларҙың иң яҡын дуҫына әйләнгән.

— Китап уҡыған саҡта, яратҡан геройҙарыма оҡшарға тырышам һәм оҙаҡ ваҡыт китапта тасуирланған ваҡиғалар шауҡымында йөрөйөм, сөнки яратҡан геройҙарым минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора, — тип һөйләне 6-сы синыф уҡыусыһы.  

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Бөрөләге бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Надежда Әхмәтова билдәләүенсә, бөгөнгө көндә китап уҡыуҙың ни тиклем мөһим булыуын, китаптарҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын күрһәтеү акцияның төп маҡсаты булып тора.