7 декабрь, Шаршамбы

30 май 2013 йыл, 17:46

Рөстәм Хәмитов: «Төбәк башлыҡтарының бурысы - предприятиеларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыу»

автор: Розалия Вәлиева

Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Сыуашстан Президенты Михаил Игнатьев төбәк-ара хеҙмәттәшлек темаһы буйынса журналистар менән аралашты.

— Административ власҡа ҡарағанда, бизнес әүҙемерәк, эшҡыуарҙар бер-береһен үҙҙәре таба, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең урыс – уларға ярҙам итеү. Чебоксарҙағы «Экра» предприятиеһы Башҡортостан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, беҙҙең педприятиеларға ҡорамалдар поставкалай. Әммә күләмдәрҙе арттырырға теләр инек. Алдағы көндәрҙә Башҡортостан электр селтәре компанияһының генераль директоры Андрей Макаров менән осрашып, Сыуашстан Республикаһынан ебәрелгән продукция күләмдәрен арттырыу тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

— Беҙҙең бурыс – уңайлы шарттар булдырып, ике төбәктең бизнес-берләшмәләре үҫешенә импульс биреү, — тине Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев. – Беҙҙең республикалар араһындағы мөнәсәбәттәр менән ҡәнәғәтмен.

Төбәк башлыҡтары билдәләүенсә, туғандаш халыҡтарҙың хазинаһын һаҡлап ҡалыу бындай визиттарҙың төп маҡсаты булып тора.

Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ йөрөтөп, Михаил Игнатьев, «дөйөм кешелек һәм ғаилә ҡиммәттәрен, ижад кешеләренең оҫталыҡтарын файҙаланып, халыҡ традицияларын йәш быуынға тапшырыу юлдарын эҙләйбеҙ», тип билдәләне.

Башҡортостандың презентацияһы темаһына ҡағылып, Рөстәм Хәмитов уны яңыртыу кәрәклеге хаҡында әйтте. Шул уҡ ваҡытта быны тарихҡа һәм традицияларға таянып башҡарырға кәрәк. Сыуашстанда, мәҫәлән, Башҡортостан бихисап электрон материалдарын тәҡдим итә. Республиканың сираттағы ҙур презентацияһы 1 октябрҙә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында үтә.

— Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар һәм һәр аралашыуҙан файҙа алырға мөмкин, — тине Михаил Игнатьев. – Мәҫәлән, Башҡортостанда булған саҡта, ер эшкәртеү өлкәһендәге алдынғы технологияларға, иҡтисадтың һәм предприятиеларҙың үҫеш тиҙлегенә айырыуса иғтибар иттем.