Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы үтте

Мәҙәниәт

Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы Чебоксарҙа, Сыуаш дәүләт опера һәм балет театры алдындағы майҙанда үтте.

— Яҡшы күрше туғандан ҡәҙерле, тигән сыуаш халыҡ мәҡәле бар һәм был ысынында ла шулай, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Ике республика халыҡтарын ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Башҡортостан сыуаш халҡына Константин Иванов, Яков Ухсай кеүек күренекле шағирҙар тыуҙырған. Беҙҙең мәҙәни бәйләнештәр нығынһын өсөн улар күп көс түккән.

— Чебоксар – ғәжәйеп ҡала, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Рөстәм Хәмитов. – Тотош республика кеүек үк, ҡала бик матур, таҙа. Һеҙҙе лә Башҡортостанға саҡырам. Беҙҙең аралағы бәйләнештәрҙең нығыныуын теләйем.

Байрам ҡунаҡтарын Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев сәләмләне.

— Былтыр 30 йыллыҡ тынлыҡтан һуң ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлекте тергеҙергә ҡарар иттек. Бындай хеҙмәттәшлек власть органдары араһында ғына түгел, рәссамдар, яҙыусылар, ижад кешеләре араһында ла булырға тейеш, — тине Сыуашстан башлығы. – Башҡортостан ере сыуаш мәҙәниәте өсөн данлыҡлы шағирҙар, даһиҙар тыуҙырған. Сыуашстанда йәшәүселәрҙең бөгөн башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышыу мөкинлеге бар.

Тантаналы саранан һуң төбәк башлыҡтары Сыуашстан дәүләт художество музейына юлланды. Унда Башҡортостандың хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть