10 декабрь, Шәмбе

30 май 2013 йыл, 14:48

Республика Президенты Чебоксарҙа «Экра» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Чебоксарҙа «Экра» ғилми-етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе рәсми делегация менән Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн Чебоксарға килде.

— «Экра» әүҙем үҫешкән предприятиеларҙың береһе булып тора, — тип һөйләне Сыуашстандың иҡтисади үҫеш, сәнәғәт һәм сауҙа министры Алексей Табаков. – Эш хаҡы бында республика буйынса уртаса кимәлдән алты тапҡырға юғарыраҡ. Предприятие продукцияһы Рәсәйҙең бөтә энергия системаһын яҡлауҙы тәьмин итә.

Рөстәм Хәмитов подстанция ҡорамалдары етештереү участкаһында, компанияның ғилми-белем биреү үҙәгендә булды.

Алексей Табаков һүҙҙәренсә, Рәсәй баҙарында «Экра» компанияһы Siemens кеүек гиганттар менән уңышлы конкурентлыҡ итә.

Башҡортостанға бында етештерелгән продукция яҡшы таныш. «Экра» республиканың 35 предприятиеһы, шул иҫәптән  Башҡортостан электр селтәре компанияһы менән эшләй.

«Экра» Башҡортостанға электр станцияһы ҡорамалдарын яҡлау өсөн 200 шкаф поставкалаған. Быйыл йәнә 90 шкаф ебәреү планлаштырыла.

Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ йөрөтөп, Алексей Табаков, үҙ-ара сауҙа итеү нигеҙен яғыу-энергетика һәм химия продукцияһы тәшкил итә, тип билдәләне. Был төркөм Башҡортостандан Сыуашстанға поставкаланған тауарҙарҙың 86 процентын тәшкил итә. Киләсәктә энергетика өлкәһендә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла.