5 декабрь, Дүшәмбе

30 май 2013 йыл, 13:09

Башҡортостандың Социаль страховкалау фонды Өфө гимназияһына китаптар тапшырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе берҙәм рәсәйлеләрҙең «Китаптар — балаларға» проектында ҡатнашты. Фонд хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн әкиәттәр, нәфис һәм фәнни әҙәбиәт, шиғри йыйынтыҡтар, дәреслектәр йыйҙы. Уларҙың барыһы ла Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияһына тапшырылды. Төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов китаптарҙы балаларға шәхсән үҙе тапшырҙы.

— Китап – ҙур байлыҡ, унан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ. Ул баланы тәрбиәләй, аң кимәлен үҫтерә, телмәрен байыта, — тип уҡыусыларға мөрәжәғәт итте Марат Латипов. – Балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләп, уларҙы рухи, мәҙәни, әҙәби мираҫҡа йәлеп итәбеҙ, лайыҡлы граждандар тәрбиәләйбеҙ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Китаптар — балаларға» проекты аҙағына ла яҡынлаша. Теләгән һәр кеше республиканың ҡала һәм райондарында ойошторолған махсус пункттарға китаптар тапшыра алды. Йыйылған әҙәбиәт мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, йорт-интернаттарға, дауаханаларға тапшырыласаҡ. Бөгөнгө көнгә йәмғеһе 700 меңгә яҡын китап йыйылған.