Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауымы 13,3 килограмм тәшкил итә

Иҡтисад

Башҡортостанда һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауымы бөгөнгө көндә 13,3 килограмм тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Бер йыл элек был күрһәткес 100 грамға кәмерәк ине.

Һауым буйынса иң юғары күрһәткестәр Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Мәләүез һәм Тәтешле райондарында күҙәтелә. Был райондарҙа һәр һыйырҙан көн һайын 17-18,8 кг һөт һауып алына.

Республика хужалыҡтары араһынан Саҡмағош районының «Герой» ауыл хужалығы етештереү кооперативы алдынғы позицияны биләй. Бында һәр һыйырҙан тәүлегенә 27 кг һөт һауыла. Икенсе урында – Мәләүез районының «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы етештереү кооперативы (һәр һыйырҙан 26 кг һөт), өсөнсө урында Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (һәр һыйырҙан 25 кг һөт) килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть