10 декабрь, Шәмбе

30 май 2013 йыл, 11:58

Белоретта «Йәштәр наркотиктарға ҡаршы!» акцияһы үтте

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Шаршамбы, 29 майҙа, Белорет ҡалаһында Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған «Йәштәр наркотиктарға ҡаршы!» акцияһы үтте. Ойоштороусылар булып Йәштәр ял үҙәге һәм РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының Белорет район-ара бүлексәһе менән берлектә Белорет районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге сығыш яһаны.

Металлургтар майҙанында үткән сарала ике йөҙҙән ашыу студент ҡатнашты. Акция барышында йәштәр алдында Республика СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәгенең Белорет район-ара филиалы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы, РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының Белорет район-ара бүлексәһе вәкилдәре сығыш яһаны. Сарала шулай уҡ уҡыу йорттарының, Йәштәр ял үҙәгенең ижад коллективтары, ҡаланың спорт секцияларында шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең сағыу концерт номерҙарын тәҡдим итте.

Акция йәштәр араһында наркомания, алкоголизм, тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү, йәштәрҙә әүҙем тормош позицияһын тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында һәм «Башҡортостан – именлек территорияһы» проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итте Белорет районының мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.