3 декабрь, Шәмбе

30 май 2013 йыл, 11:17

Башҡортостан Президенты мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләре буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты, сараны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы.

Хөкүмәт башлығы хәбәр итеүенсә, 2013 йылда төбәктәр мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары системаһын үҫтереүгә 50 миллиард һум күләмендә субсидия аласаҡ.

Бындай ҡарар РФ Дәүләт Думаһында 24 майҙа ҡабул ителгән. Алдағы ваҡытта Рәсәй Хөкүмәтенең субсидия биреү тәртибе тураһындағы ҡарарына ҡул ҡуйыласаҡ.

РФ Премьер-министры төбәк етәкселәрен балалар баҡсалары проекттарына етди ҡарарға һәм «ҙур һарайҙар төҙөмәҫкә», шулай уҡ элекке балалар баҡсалары биналарын кире мәктәпкәсә белем биреү системаһына ҡайтарыу буйынса оҙайлы бәхәстәргә ваҡыт әрәм итмәҫкә саҡырҙы.

Дмитрий Медведев белдереүенсә, маҡсат элеккесә ҡала – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, 2016 йылға, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында яҡынса 1 миллион 200 мең яңы урын булдырыу.

2012 йылда Башҡортостанда 7300 урынға иҫәпләнгән 58 яңы балалар баҡсаһы асылды. Бынан тыш, мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формалары иҫәбенә йәнә 9706 урын булдырылды. Һөҙөмтәлә 3-7 йәшлек сабыйҙар араһында балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға тиерлек – 29008 баланан 14095-кә тиклем кәмене.

Бөгөнгө көндә республикала 1644 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй. Мәктәпкәсә белем биреү системаһына 1-6 йәштәрҙәге 194204 сабый йәлеп ителгән. 2015 йыл аҙағына Башҡортостанда балалар баҡсаларында 27,9 мең өҫтәмә урын булдырыу планлаштырыла.