3 декабрь, Шәмбе

29 май 2013 йыл, 17:42

Ағымдағы йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан бюджеты профицит менән үтәлгән

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Ағымдағы йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса республиканың тупланма бюджеты 3,4 миллиард һумлыҡ профицит менән үтәлгән. Әммә быға килемдәрҙең артыуы түгел, ә планлаштырылған сығымдарға средстволарҙың тулы кимәлдә файҙаланылмауы сәбәп булып тора. Бюджет инвестицияларын тигеҙ файҙаланмау мәсьәләһе шаршамбы, 29 майҙа, БР Хөкүмәте ултырышында тикшерелде. Ултырышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

— Республиканың тупланма бюджеты беренсе кварталда килемдәр буйынса – 32,5 миллиард һум күләмендә (үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 95,6 процент тәшкил итә), сығымдар буйынса 29,1 миллиард һум күләмендә (109 процент) үтәлде, — тип хәбәр итте төбәктең финанс министры Рузалия Хисмәтуллина. – Тупланма бюджет профициты 3,4 миллиард һум тәшкил итте. Әммә был килемдәрҙең артыуына түгел, ә планлаштырылған сығымдарға средстволарҙың тулы кимәлдә ҡулланылмауына бәйле.

Министрлыҡ һәм ведомстволарға килгәндә, уларҙың ни бары етәүһе генә бюджет йөкләмәләре лимиттарын йыллыҡ пландың 25 проценты кимәлендә үтәгән. Был хаҡта төбәктең финанс министры хәбәр итте. 11 ведомствола үтәлеш кимәле – 18-25 процент, ҡалған 22 министрлыҡ һәм ведомствола — унан да түбәнерәк. БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында һәм БР Туризм буйынса агентлығында иң түбән үтәлеш кимәле – планлаштырылған сығымдарҙың йыллыҡ күләменең 10 проценты тирәһе.

Ҡаралған средстволар күләмен тейешле кимәлдә файҙаланмаған ведомстволар етәкселәре БР Хөкүмәте ултырышында отчет менән сығыш яһаны. Йыл йомғаҡтары буйынса власть органдары йыллыҡ лимиттарҙы тулыһынса үтәргә планлаштыра.

Республика Президенты министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен «дөрөҫ планлаштырырға» саҡырҙы.

— Средстволарҙы тигеҙ файҙаланырға кәрәк, бюджет үтәлеше буйынса бурыстарҙы йыл аҙағына ҡалдырырға ярамай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.