9 декабрь, Йома

29 май 2013 йыл, 16:20

Нуриман районында Тирәкле ауылы тергеҙеләсәк

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡарары буйынса, Нуриман районында Тирәкле ауылы тергеҙеләсәк. «Башҡортостан Республикаһының Нуриман районында географик объект булдырыу тураһында»ғы закон проекты республика парламентының пленар ултырышында аҙаҡҡы уҡыуҙа тикшерелде.

Тирәкле ауылы 1982 йылда теркәү иҫәбенән алынған һәм әлеге ваҡытта дача ҡасабаһы булып иҫәпләнә. Бөгөнгө көндә унда даими рәүештә бер ғаилә йәшәй, ҡалғандары яҙғы, йәйге һәм көҙгө осорҙарҙа хужалыҡ эштәрен алып бара. Ауылда электр уты бар. Урындағы халыҡ мал аҫрай, баҡса участкаларын эшкәртә, йәшелсә үҫтерә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ауылдың элекке исемен һаҡлап ҡалырға ҡарар ителде.