Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөгә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатына иң көслө уйынсылар киләсәк

Спорт

Өфөгә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатына 24 илдән 40 иң көслө уйынсы киләсәк. Бәйге 2-19 июндә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында үтә.

— Бындай кимәлдәге ярыштар дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә, — тип аңлатты «Башнефть» профессиональ шашка клубы рәйесе Юрий Черток «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. – Ҡатнашыусылар иҫәбендә – милли һәм континенталь чемпионаттарҙа бер нисә һайлап алыу туры үткән спортсылар. Шулай уҡ донъя кимәлендә ике һайлап алыу турниры үткәрелде.

Юрий Черток, бынай кимәлдәге сара Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткәрелә, тип билдәләне.

Беҙҙең ил исеменән чемпионатта алты уйынсы, шул иҫәптән өс Башҡортостан спортсыһы сығыш яһаясаҡ. Улар – бөгөнгө көндә донъя чемпионы булған Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев һәм Айнур Шәйбәков. Шулай уҡ Рәсәй исемен күп тапҡыр донъя чемпиондары Александр Шварцман, Алексей Чижов һәм Александр Гетманский яҡлаясаҡ.

Сараны асыу тантанаһы 2 июндә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының Ял үҙәгендә 12 сәғәттә башлана.

Ярыштарҙы www.fmsr.ru сайтында күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Чемпионаттың приз фонды – яҡынса дүрт миллион һум.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть