Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәнә 56 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланды

Йәмғиәт

Республика йортонда күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән наградлау тантанаһы үтте. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алып барҙы.

— Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә бихисап социаль ярҙам саралары күрһәтелә. Әммә ғаилә институтын нығытыу өсөн, күп эштәр башҡарырға кәрәк әле. Һеҙгә лә, хөрмәтле әсәләр, йәштәр менән эшләүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һорап мөрәжәғәт итәм. Балаларығыҙға матур тәрбиә биреп, уларға өлгө күрһәтәһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте әсәләргә вице-премьер. – Былтыр республикала 59 мең сабый тыуған. Башҡортостан Президенты һәр саҡ балалар һанының йылдан-йыл артасағына ышаныс белдерә. Улар уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн, яңы эш урындары булдырыла, балалар баҡсалары төҙөлә: бөгөнгө көндә 3-7 йәштәрҙәге 14 мең 95 сабый сиратта тора. Өс йыл эсендә балалар баҡсалары төҙөргә, сабыйҙарҙы ваҡытлыса ҡарау төркөмдәре булдырырға планлаштырабыҙ. 2016 йылға был сират бөтөргә тейеш. Хәл ителергә тейеш мәсьәләләрҙең күп булыуын аңлайбыҙ. Република Президенты беҙҙең алға аныҡ бурыс ҡуйҙы: ғаилә һәм балаларҙың өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуын белдерҙе.

Ҡатындарҙы юғары наградалар менән ҡотлап, Лилиә Ғүмәрова 56 әсәгә миҙалдар һәм бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата премиялар тапшырҙы. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көнгә «Әсәлек даны» миҙалы менән йәмғеһе 5700 ҡатын наградланған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, награда Башҡортостанда 1998 йылда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр өсөн булдырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть