9 декабрь, Йома

29 май 2013 йыл, 13:01

Республиканың биш районында ҡарабойҙай сәсеү тамамланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың биш районында ҡарабойҙай сәсеү тамамланды. Мишкә һәм Хәйбулла райондарында был культура планға ҡарата ике тапҡырға күберәк майҙанда сәселде.

Ҡалған райондарҙа ҡарабойҙай сәсеү буйынса эштәр әлегә дауам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә сәсеү 25 мең гектарҙан ашыу майҙанда үткәрелгән. Был планлаштырылған күләмдең өстән бер өлөшөн тәшкил итә.

Дөйөм алғанда яҙғы сәсеү эштәре 1900 мең гектар майҙанда тамамланған, планға ҡарата был 96 процент тәшкил итә. Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары – 1200 мең гектарҙан ашыу майҙанда (планға ҡарата 103 процент), шәкәр сөгөлдөрө – 53,7 мең гектарҙан ашыу майҙанда (100 процент), кукуруз 74,8 мең гектарҙа (83 процент) сәселгән.