7 декабрь, Шаршамбы

29 май 2013 йыл, 12:16

Өфөлә «Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» хәйриә проектында еңеүселәр тәбрикләнәсәк

автор: Эльмира Сабирова

«Баш ҡаланы республика балаларына бүләк итәйек» хәйриә проектында еңеү яулаған 300-ҙән ашыу кеше 29 майҙа Өфөгә саҡырылды. Улар Еңеү паркында үтәсәк наградлау тантанаһында һәм Өфө буйлап экскурсияла ҡатнашасаҡ.

Быйыл акцияла Башҡортостандың ете ҡалаһы, 17 районы һәм 18 ауылынан 65 команда ҡатнашты, тип хәбәр итте Йәмәғәт үҫеш фондының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Юлиә Зәйҙуллина. Балалар 15 кешенән торған командалар ойоштороп, йәшәгән урындарында изге эштәр башҡарҙы.

— Проектта ҡатнашыусылар бер меңдән ашыу ағас ултыртты, йөҙҙән ашыу сыйырсыҡ ояһы эшләп элде. Мәктәп уҡыусылары урамдарҙы төҙөкләндерҙе, экологик өмәләр үткәрҙе, йылға һәм күл ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты, — тине Юлиә Зәйҙуллина. – Спорт сараларында ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусылар ветерандарҙы һәм балаларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Улар өсөн концерттар ойошторолдо. Шулай уҡ уҡыусылар тыуған илде өйрәнеү буйынса 75 тикшеренеү эше үткәрҙе.

Конкурс комиссияһы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса, хәйриә проектында 21 команда еңеүсе тип табылды.

Сара Еңеү паркында 9.45 сәғәттә башлана.