Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистарын Төркиә Президенты ҡабул итте

Мәҙәниәт

БР Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Төркиәнән ҡайтты. Унда бейеүселәр ТӨРКСОЙ менән ойошторолған халыҡ-ара йәштәр һәм спорт байрамында һәм төрки телле илдәр мәҙәниәте һәм сәнғәте фестивалендә ҡатнашты.

Башҡортостан бейеүселәре Анкара, Силифке, Караман ҡалаларында иң яҡшы башҡорт бейеүҙәрен тәҡдим итте. Улар араһында — «Гөлнәзирә», «Еҙ үксә», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Ҡурай» һәм башҡа бейеүҙәр.

Анкарала ТӨРКСОЙ ағзалары булған 25 илдән 28 профессиональ ижад коллективы сығыш яһаны.

— Был сағыу сарала төрки халыҡтар сәнғәте ынйылары тәҡдим ителде, — тине Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Филүс Ҡаҙаҡбаев. – Бер нисә көн эсендә ҡуйылған 400 артист ҡатнашлығындағы төрөк бейеүе байрамдың төп ваҡиғаһы булғандыр ул. Халыҡтар дуҫлығы һәм татыулығы тамашаның төп темаһы булды.

Бынан тыш, ансамбль вәкилдәре Төркиә Президенты, спорт һәм йәштәр министры менән осрашыуға, шулай уҡ ТӨРКСОЙ-ҙың штаб-фатирына саҡырылды. Осрашыуҙар барышында артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде, ТӨРКСОЙ-ҙың почет грамоталары тапшырылды.

Силифке һәм Караман ҡалаларында ансамбль артистары үҙәк майҙандарҙа сығыш яһаны һәм балалар өсөн хәйриә концерттары үткәрҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть