11 декабрь, Йәкшәмбе

29 май 2013 йыл, 11:02

Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша үтәсәк

автор: Эльвира Латипова

Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юл магистрале Өфө аша үтәсәк.

— Юғары тиҙлекле магистралдәр төҙөү стратегияһына беҙ ҙә эләктек. Һүҙ Өфө аша үтәсәк Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург магистрале төҙөү тураһында бара, — тип хәбәр итте Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Moody’s Investors Service компанияһы аналитиктары менән осрашыуҙа. – Ошо көндәрҙә белгестәрҙең килеүен көтәбеҙ. Транспорт коридоры төҙлөшөн ентекле тикшерәсәкбеҙ.

Рәсәйҙә тимер юл бәйләнешен үҫтереү мөмкинлектәре көн элгәре Сочиҙа үткән кәңәшмәлә тикшерелде. Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты.

Магистраль РФ Президентының «Рәсәй Федерацияһында юғары тиҙлекле тимер юл транспроты хәрәкәтен ойоштороу саралары тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлә.