5 декабрь, Дүшәмбе

29 май 2013 йыл, 10:38

Рөстәм Хәмитов Moody’s Investors Service рейтинг агентлығы аналитиктары менән осрашты

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Moody’s Investors Service халыҡ-ара рейтинг агентлығы вәкилдәре – вице-президент, баш аналитик Александр Проклов һәм кесе аналитик Елена Федермеер менән осрашты.

Аналитиктар Өфөгә республиканың сәйәси һәм социаль-иҡтисади хәленә, федераль власть органдарына бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү маҡсатында килгән.

Осрашыуҙа илдә иҡтисади үҫештең тотҡарланыуын һәм социаль бурыстар артыу сәбәпле төбәк бюджетына өҫтәмә көс төшөүен иҫәпкә алып, урта сроклы перспективаға үҫеш йүнәлештәре темаһына айырыуса иғтибар бүленде.

Рөстәм Хәмитов аналитиктар иғтибарын инвестиция проекттарына йүнәлтте. «Улар алдағы дүрт-биш йылда тормошҡа ашырыласаҡ һәм республиканың һалым, килем базаһын ярайһы уҡ ҙурайтасаҡ, шулай итеп, төбәктең финанс хәле тотороҡланасаҡ». Алға китеш «яңы предприятиелар төҙөү, индустриаль парктар, сәнәғәт кластерҙары булдырыу ярҙамында» тәьмин ителәсәк.

— Беҙҙә 100-гә яҡын проект тормошҡа ашырыла, уларҙың дөйөм хаҡы 500 миллиард һум тәшкил итә, — тине Президент.

Инфраструктура проекттары, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, иҡтисад өлкәһендә ыңғай роль уйнаясаҡ. Һүҙ Ҡытай – Көнбайыш Европа автомобиль юлы, Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург юғары тиҙлекле магистралдәре һәм Ағиҙел ҡалаһында ҙур йылға порты төҙөү тураһында бара.

Журналистар менән аралашып, Александр Проклов Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәленә баһа бирҙе.

— Республикалағы хәлдәргә, уның бөтә йүнәлештәрҙәге сәйәсәтенә ыңғай ҡараштабыҙ, — тине баш аналитик.

Уның һүҙҙәренсә, агентлыҡ шулай уҡ республиканың инвесторҙарға, ҙур компанияларға ҡарата йылдан-йыл асығыраҡ була барыуы менән дә ҡәнәғәт.

Йыл ярым элек Башҡортостандың кредит рейтингы «ыңғай» тигәнгә үҙгәртелде. Тимәк, бөтә йүнәлештәр буйынса ла үҫеш бар, тип билдәләне Александр Проклов.

Moody’s баһаһы буйынса, республика кредитҡа һәләтлек буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ханты-Манси автономиялы округынан ғына ҡалыша.