8 декабрь, Кесе йома

29 май 2013 йыл, 9:48

Благовещен районында Балаларҙы яҡлау көнө алдынан хәйриә акцияһы үтте

автор: Розалия Вәлиева

Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Благовещен районының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам акцияһы үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Панорама» гәзите хәбәрсеһе Любовь Белова хәбәр итте.

Ҡунаҡтар алдында «Нур» приютында тәрбиәләнеүселәр «Һаулыҡ – үҙебеҙҙең ҡулда» концерты менән сығыш яһаны. «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенән балалар меңдән ашыу китап алды. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Руниза Мәхмүтова ла хеҙмәткәрҙәренең балаларынан бүләктәр тапшырҙы.

Байрамдың аҙаҡҡы өлөшөндә «Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе» конкурсы үтте. Унда райондың биш ауылынан ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр ҡатнашты. Һөҙөмтәлә Бердеева Поляна ауылынан Жеребцовтар — «Иң татыу ғаилә», Һынны ауылынан Кислицындар — «Иң тырыш ғаилә», Ильино-Поляна ауылынан Васильевтар — «Иң сәләмәт ғаилә», Покровка ауылынан Иҫәнбаевтар «Маҡсатҡа ынтылышлы ғаилә» тип танылды. «Еңеүгә ынтылыш өсөн» призына Иҫке Илек ауылынан Ғиндуллиндар ғаиләһе лайыҡ булды.