5 декабрь, Дүшәмбе

28 май 2013 йыл, 17:16

Башҡортостанда инвалид баланы уллыҡҡа алған өсөн түләүҙәр 500 мең һумға тиклем арттырыласаҡ

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда инвалид баланы уллыҡҡа алған граждандар өсөн бер тапҡыр түләнә торған пособие күләмен 500 мең һумға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан проект закон статусын алды. «Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тураһында»ғы БР законының 2-се һәм 4-се статьяларына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы республика закон проекты БР Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа тикшерелде.

Ғәмәлдәге республика ҡануниәтенә ярашлы, 2011 йылдың 1 ғинуарынан баланы уллыҡҡа алған граждандар өсөн әсәлек капиталы күләмендә (бөгөнгө көндә ул 408960 һум тәшкил итә) бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие ҡаралған.

Бөгөнгө көндә Башҡортостандың балалар йорттарында 145 инвалид бала тәрбиәләнә. Һуңғы бер нисә йыл эсендә уллыҡҡа алынған инвалид балалар һаны унға ла етмәй. Закон проекты һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән баланы уллыҡҡа алған граждандарға бер тапҡыр түләнә торған пособие күләмен 100 мең һумға арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай башланғыс менән 8 март байрамы алдынан күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалдары менән наградлау тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.