7 декабрь, Шаршамбы

28 май 2013 йыл, 16:37

Тәтешле районы малсылары һауым буйынса ике меңлек сикте үтте

автор: Галина Бахшиева

Тәтешле районы малсылары йыл башынан алып һәр һыйырҙан уртаса ике мең килограмдан ашыу һөт һауып алған.

Дөйөм алғанда республика буйынса бөгөнгө көнгә бер һыйырҙан уртаса 1,5 мең килограмм һөт һауылған. Ике меңлек сиккә Дүртөйлө, Мәләүез һәм Өфө райондары хужалыҡтары яҡынлаша, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

2013 йыл башынан алып Башҡортостанда тулайым һауым 534 мең тоннанан ашҡан, 238,5 мең тоннаға яҡын һөт һатылған.