Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Магнитогорскиҙа Башҡортостан продукцияһы көндәре үтте

Йәмғиәт

Магнитогорскиҙа беренсе тапҡыр «Башҡортостан продукцияһы көндәре» үтте.

Форумды асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының территорияларҙы үҫтереү буйынса филиалдар селтәрен булдырыу программалары дирекцияһы етәксеһе Александр Лисица, БР Ауыл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Валерий Белов, шулай уҡ республиканың муниципаль райондары етәкселәре ҡатнашты.

Күргәҙмә сиктәрендә презентациялар, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, брифингтар, фотокүргәҙмәләр, балалар һүрәттәре конкурсы һәм «Башҡорт киноһы төнө» ойошторолдо.

Әлеге күргәҙмә Магнитогорск халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, тип хәбәр итте Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Мөхәммәт Хәбиров. Сарала милли костюмдар, тирмәләр, халыҡ промыслалары стендтары, сувенирҙар, биҙәүес әйберҙәре тәҡдим ителде. Аҙыҡ-түлек продкуттарынан бал, ит һәм колбаса изделиелары, һөт продукцияһы булды. Баҡсасылар өсөн төрлө ашламалар, мини-тракторҙар һатылды. Йәмғеһе егерменән ашыу компания һәм предприятие Магнитогорск халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть