7 декабрь, Шаршамбы

28 май 2013 йыл, 15:18

Башҡортостан 2012 йылда маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға 64,8 миллиард һум аҡса йүнәлткән

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

2012 йылда республика маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуға бюджеттан 64,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Төбәк ҡаҙнаһынан йәмғеһе 44 программа финансланған. Хөкүмәттең республика маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыу тураһындағы отчеты менән Башҡортостан парламентарийҙары алдында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин сығыш яһаны.

Вице-премьер Хөкүмәт менән ҡабул ителгән алты яңы социаль әһәмиәтле проект тураһында һөйләне. Улар — «Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү», «Башҡортостан Ресубликаһында айырым категория граждандарға тештәрҙе протезлау буйынса социаль ярҙам саралары күрһәтеү», хеҙмәт һаҡлауҙы һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу программаһы, «Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә белем биреү системаһын үҫтереү», «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» һәм «Башҡортостан Республикаһын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү ихтыяжынан ГЛОНАСС юлдаш навигация технологияларын индереү».

Евгений Маврин һүҙҙәренсә, 2012 йылда ғәмәлдәге программаларҙы финанслау күләменең ҙур өлөшө, йәғни 50 проценты – мәғариф өлкәһенә, 23 проценты – социаль өлкәгә, 19 проценты – инфраструктураны үҫтереүгә һәм 3 проценты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йүнәлтелгән.

Вице-премьер шулай уҡ 2012 йылда урман хужалығын, мәғлүмәт йәмғиәтен, эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы сараларҙың тормошҡа ашырыла башлауы хаҡында һөйләне.

Шул уҡ ваҡытта ведомство маҡсатлы программалары ҡабул ителә. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһын үҫтереү өлкәләрендә дәүләт гарантияларын тәьмин итеү буйынса саралар әҙерләнде һәм раҫланды.

— Маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бюджет средстволары мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә булған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итте, — тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.