6 декабрь, Шишәмбе

28 май 2013 йыл, 14:34

Төбәктә йыл башынан алып 17 меңдән ашыу бала тыуған

автор: Эльмира Сабирова

2013 йылдың дүрт айында Башҡортостанда 17358 сабый, шул иҫәптән 8905 малай һәм 8453 ҡыҙ тыуған. Игеҙәк балалар 176 ғаиләлә тыуған, тип хәбәр иттеләр Социаль страховкалу фондының төбәк бүлексәһенән.

Республикала бала табыусыларҙың уртаса йәше – 28. Яңы тыуған сабыйҙарҙың уртаса ауырлығы – 3,34 кг, буйы 52,04 см тәшкил итә.

Бала табыу сертификаттары менән 17182 ҡатын файҙаланған.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, тыуым күрһәткестәре буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғы позицияны биләй, Рәсәй буйынса иһә бишене урында тора.