10 декабрь, Шәмбе

28 май 2013 йыл, 12:22

Республиканың 11 районында тәүге һабантуйҙар үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

1 июндә Башҡортостандың Әлшәй, Архангел, Бишбүләк, Баҡалы, Бөрйән, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы һәм Күгәрсен райондарында тәүге һабантуйҙар үтә.

Теүәл бер аҙнанан, 8 июндә, һабан байрамын түбәндәге райондар хеҙмәтсәндәре билдәләйәсәк: Әбйәлил, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә, Шаран һәм Яңауыл райондары.

9 июндә һабантуй – Ғафури районында, 12 июндә Саҡмағош районында үтә. Иң аҙаҡ яҙғы байрамды Дыуан һәм Нуриман райондары аграрийҙары билдәләйәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2013 йылда республикала «Һабантуй» халыҡ байрамын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.  

Документҡа ярашлы, БР Хөкүмәтенә муниципаль район хакимиәттәре менән берлектә «Һабантуй» байрамын үткәреүҙе ойошторорға ҡушылды.

Байрам үткәреү урындарында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина персоналының дежурға сығыуын ойошторорға тейеш. БР буйынса Эске эштәр министрлығы менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығына йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә һәм байрам сараларында янғын хәүефһеҙлеге сараларын күрергә кәңәш ителде.