6 декабрь, Шишәмбе

28 май 2013 йыл, 11:54

Башҡортостан командаһы «Туриада-2013» спорт-туристик лагерында икенсе урын яуланы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан вәкилдәре «Туриада-2013» спорт-туристик лагерында дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын яуланы. Беренсе урынға – Һарытау өлкәһе спортсылары, өсөнсө урынға Сыуашстан Республикаһы вәкилдәре лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.  

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса һәм ил башлығының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич патронажы аҫтында үткәрелгән сарала округтың 14 төбәгенән 600-гә яҡын кеше ҡатнашты. Туризм буйынса спорт мастеры һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе Николай Пестов етәкселегендәге команда составына 40 кеше инде. Өфө һәм Бөрө ҡалаларының туристик клубтарында шөғлләнеүселәр, республика ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар, шулай уҡ тренерҙар һәм судьяларҙан торған команданы Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта етәкләне.

Бәйгелә Башҡортостан командаһы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Шулай итеп, һыу туризмы буйынса ярыштарҙа ул беренсе урынға лайыҡ булды. Йәйәүлеләр туризмы, танып белеү туризмы буйынса ярыштарҙа, шулай уҡ «Йөрәктәр моңо» йырҙар бәйгеһендә спортсыларыбыҙ бер юлы өс икенсе урын яуланы.

Яҡташтарыбыҙ шәхси иҫәптә лә уңышлы сығыш яһаны. Велосипед спорты буйынса – өсөнсө, йәйәүлеләр туризмы буйынса – икенсе һәм һыу туризмы уйынса – беренсе урын.

Һыу туризмы буйынса ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан спортсылары ағымдағы йылдың көҙөндә Сочиҙа бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашасаҡ.