5 декабрь, Дүшәмбе

28 май 2013 йыл, 10:43

Республиканың дүрт районында яҙғы сәсеү эштәре тамамланды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Архангел, Бөрйән, Миәкә һәм Тәтешле райондары аграрийҙары республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеү эштәрен тамамланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәсеү эштәре 1870 мең гектар майҙанда башҡарылған, планға ҡарата был 94 процент тәшкил итә.

Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары – 1198 мең гектар майҙанда (планға ҡарата 102 процент), шәкәр сөгөлдөрө – 53,4 мең гектарҙан ашыу майҙанда (99 процент), көнбағыш – 183,5 мең гектарҙа (104 процент), кукуруз 68,4 мең гектарҙа (76 процент) сәселгән.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр яҙғы сәсеү эштәре төбәктә 1883 мең гектар майҙанда башҡарылған (планға ҡарата 99 процент). Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул ваҡытта сәсеү эштәре ике аҙнаға алданыраҡ башланғайны.