7 декабрь, Шаршамбы

28 май 2013 йыл, 9:26

Башҡортостанда «Беҙҙең яратҡан табип» конкурсында еңеүселәр билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда «Беҙҙең яратҡан табип» исеменә 70 табип лайыҡ булды. Улар араһында — 25 педиатр, 20 акушер-гинеколог, өс неонатолог, өс хирург, өс невролог, өс офтальмолог, өс оториноларинголог, 10 белгес.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, конкурстың төбәк этабы 22 апрелдә старт алғайны. Унда республиканың барлыҡ дауалау-профилактика учреждениеларынан 860-тан ашыу балалар табибы ҡатнашты.

Республика халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтеп, яратҡан табиптары өсөн тауыш бирҙе, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Балалар табиптары 52122 рәхмәт һүҙе, 24826 баһалама, бәләкәй пациенттарҙан 662 һүрәт алды, бәйгегә 893 ҡыҙыҡлы ваҡиға тәҡдим ителде.

Конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 1 июндә «Нур» театрында үтә.

Яратҡан табиптарҙың исемдәре төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында урынлаштырылған.