4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2013 йыл, 17:08

Төбәктә Умартасылыҡ продукцияһы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр ассоциацияһы булдырылды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда Төбәк-ара умартасылыҡ продукцияһы етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр эшмәкәрлеген координациялау ассоциацияһы булырылды. Коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыу башланғысы менән умартасылыҡ өлкәһендә уңышлы эшләгән ҙур предприятиелар сығыш яһаны.

Башҡортостан балын һәм умартасылыҡ продукттарын Рәсәй һәм донъя баҙарҙарына сығарыу Ассоциация алдында торған төп бурыстарҙың береһе булып тора. Шулай уҡ республика һәм Рәсәй умартасыларының үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау мөһим йүнәлештәр иҫәбендә.

Ассоциацияға ингән предприятиелар йыл һайын Башҡортостанда һәм илдең башҡа төбәктәрендә 400 тонна башҡорт балы һата. Йәнә 200 тонна бал яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. Балдан тыш, улар умартасылыҡ продукттарын файҙаланып, 800 төрҙән ашыу продукция етештерә.

Ойошма ағзалары булған умартасылар хужалыҡтарында бөгөнгө көндә 10 меңдән ашыу күс иҫәпләнә.