Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө йылына ике тапҡыр үткәреләсәк

Йәмғиәт

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында 2013 йылдан башлап ағас ултыртыу буйынса бөтә Рәсәй акцияһын йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үткәрергә ҡарар ителде, тип хәбәр ителә Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы сайтында.

Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө илдең 64 төбәгендә 18 майҙа үтте. «Йәшел» акцияны ойоштороусылар булып Федераль урман хужалығы агентлығы һәм РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы сығыш яһаны.

Илдә территорияларҙы йәшелләндереү һәм урмандарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән акцияла 736 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Бер көн эсендә 27 миллиондан ашыу ағас ултыртылды.

Башҡортостанда 2013 йылдың Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнөнә арналған барлыҡ саралар сиктәрендә 500 гектарҙан ашыу майҙанда 2,12 миллион ағас ултыртылды, акцияларҙа 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть