Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙың йәш бейеүселәре халыҡ-ара фестивалдә Гран-при яуланы

Мәҙәниәт

Күмертау ҡалаһының «Контраст» халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Цветик-Семицветик» халыҡ-ара фестиваленең «Бейеү театры» номинацияһында Гран-при яуланы. Башҡортостан исеменән бәйгелә Күмертау ҡалаһының тағы бер коллективы — «БИС» халыҡ вокал студияһы сығыш яһаны. Йәш йырсылар шулай уҡ юғары наградаларға лайыҡ булды. Иван Кочетов — II дәрәжә лауреат, Арина Барсукова III дәрәжә лауреат булды.

Фестивалдә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән театр, хор, бейеү, цирк коллективтары, вокал, инструменталь ансамблдәр һәм студиялар ҡатнашты.

Номерҙар түбәндәге төп номинациялар буйынса баһаланды: бейеү театры, йыр театры, драма театры, мода театры, раус-театр (анимация сәнғәте), бер актер театры, музыка театры һәм махсус булдырылған «Өмөт» номинацияһы. Конкурс жюрийына билдәле актерҙар, алып барыусылар, йырсылар, модельерҙар саҡырылды.

Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыу буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, экскурсиялар ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть