9 декабрь, Йома

27 май 2013 йыл, 15:05

Башҡортостанда 26,7 гектар урман янғындан зыян күргән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә өс урман янғыны теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны ете гектарҙан ашыу тәшкил иткән.

— Баймаҡ һәм Бәләбәй урман хужалыҡтарындағы ике янғын тиҙ арала һүндерелде, — тип хәбәр итте БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин. – Өфө урман хужалығында теркәлгән янғын таралыуҙан туҡтатылды, әлеге ваҡытта уны һүндереү буйынса эштәр алып барыла. Янғындарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәре әлегә асыҡлана.

Республикала 2013 йылдағы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып йәмғеһе биш урман янғыны теркәлгән. Уларҙың икәүһе кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле барлыҡҡа килгән. Ҡалған өсәүһенең сәбәптәре асыҡлана.

Янғындан зыян күргән майҙан бөгөнгө көнгә 26,7 гектар тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының «тура линия»һы телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 (бөтә телефондарҙан да шылтыратыу бушлай).