7 декабрь, Шаршамбы

27 май 2013 йыл, 14:07

Өфөлә 26200 рәсми вакансияға 6750 эшһеҙ дәғүә итә

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн рәсми рәүештә теркәлгән 6750 эшһеҙгә яҡынса 26200 вакансия тура килә. 2013 йыл башынан алып баш ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенә йәмғеһе 71700 буш эш урыны тураһында мәғлүмәт ҡабул ителгән.

Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте, әлеге ваҡытта 0,28-гә тиң. Икенсе төрлө әйткәндә, Өфөлә һәр эшһеҙгә яҡынса өс вакансия тура килә. Баш ҡалала рәсми эшһеҙлек кимәле 1,2 процентҡа тиң, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһынан.

Ағымдағы йыл башынан алып халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында яҡынса 5800 өфөлө эшкә урынлашҡан. Йәнә меңдән ашыу кеше бушлай уҡытырға ебәрелгән. Әлеге ваҡытта хеҙмәт биржаһында 7300-гә яҡын кеше иҫәптә тора.