4 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2013 йыл, 12:31

Төбәктә рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 25 меңдән ашыу кеше тапшырасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

27 майҙа Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу кампанияһы старт ала. Был көндө уҡыусылар рус теле буйынса имтихан тапшырасаҡ. Был мотлаҡ тапшырылырға тейеш ике имтихандың береһе. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уны тапшырыуға Башҡортостанда йәмғеһе 25367 кеше заявка биргән. Уларҙың күбеһе – быйыл мәктәпте тамамлаусылар.

Рус теле буйынса БДИ үткәреү өсөн республикала 124 пункт эшләй. Һөҙөмтәләр яҡынса бер аҙнанан билдәле буласаҡ. Ҡуйылған балдар менән риза булмағандар апелляцияға бирә ала.

Мотлаҡ тапшырылырға тейеш имтихандарҙың икенсеһе – математика буйынса – 3 июндә үтә. Һайлау буйынса берҙәм дәүләт имтихандары 30 майҙа информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, биология һәм тарих дисциплиналарынан башлана.

Рәсәй Йәмәғәт палатаһында 27 майҙан берҙәм дәүләт имтихандарына бәйле мәсьәләләр буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй башлай. «Ҡыҙыу линия» шулай уҡ Өфөнөң Мәғариф идаралығында (255-13-20) һәм БР Мәғариф министрлығында ((347) 272-08-55) ойошторола.