Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Президенты «Никола Вешний» фольклор байрамында ҡатнашты

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Никола Вешний» республика фольклор байрамында ҡатнашты. Сара Башҡортостан Республикаһында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Краснокама районының Николо-Березовка ауылында үтте.

– Байрамда йәштәрҙең күпләп ҡатнашыуы ҡыуаныслы, — тине Рөстәм Хәмитов, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Был бик мөһим, сөнки йолаларҙың, белемдең, Ватанға һөйөүҙең күсәгилешлеге һаҡлана.

Республика башлығы йоланың артабан да оҙаҡ йылдар дауам итеүен теләне.

«Никола Вешний» байрамы Краснокама районында 1997 йылдан башлап үткәрелә. Ойоштороусылар булып район хакимиәте, БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан рустары соборы, Аксаков фонды, Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы сығыш яһай.

Байрамға Башҡортостандың ҡала һәм райондары, Татарстан, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән профессиональ артистар һәм фольклор коллективтары килде. Йәмғеһе 24 коллектив исеменән сығыш яһаған 150-нән ашыу артист ҡатнашты. Краснокама районы хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин хәбәр итеүенсә, быйылғы сарала алты меңгә яҡын кеше булды.

Рөстәм Хәмитов милли ихаталарҙы, йәрминкәне ҡараны. «Мишкә» мари тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре республика башлығына мари халҡының йолалары тураһында һөйләне. Халыҡ оҫтаһы Фирҙәүес Ғәниев тальян гармунда, ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте.

Башҡортостан Президенты ҡунаҡтар менән аралашты. Халыҡ оҫталары Александр Лекандер менән Любовь Валишинаның күргәҙмәлә тәҡдим ителгән эштәре менән танышты. Республика башлығына М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенткаһы Алина Латипова эшләгән картина бүләк иттеләр.

Спорт майҙансығында Рөстәм Хәмитов 2013 йылдың армспорт буйынса Европа чемпионы Максим Яндубаев менән аралашты. Бынан тыш, төбәк башлығы Никола ҡорамында булды. Унда реставрация эштәре алып барыла.

Байрам театрлаштырылған концерт менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть