Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

3 июндә «Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһы» конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ

Йәмғиәт

3 июндә «Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһы» норматив хоҡуҡи акттар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Бәйгелә 16-35 йәштәрҙәге студенттар, аспиранттар, учреждение хеҙмәткәрҙәре, юридик фәндәр кандидаттары һәм докторҙары, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең һайланған органдары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары ҡатнаша.

Әлеге ваҡытта конкурсҡа тәҡдим ителгән барлыҡ проекттар БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының профилле комитеттарында тикшереү үтә.

Конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы эштәр Йәштәр йәмәғәт палатаһы ултырышында тәҡдим ителәсәк, ә уларҙың авторҙары Башҡортостан парламентының профилле комитеттары эш төркөмдәре ултырыштарында ҡатнашыуға тәҡдим ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть