8 декабрь, Кесе йома

24 май 2013 йыл, 17:37

Америка журналисы Мэттью Скотт Брауэр үҙенең сайтында Өфө тормошон сағылдырған фоторәсемдәрҙе урынлаштырған

автор: Розалия Вәлиева

Америка фотохәбәрсеһе Мэттью Скотт Брауэр үткән йылдың ҡышында Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән. Журналист Башҡортостанда ла өс көн булып китте.

19 фотоһүрәттә Өфө тормошо сағылдырыла: автобуста китеп барған пассажирҙар, көндәлек эшен башҡарған «Алексеевский» совхозы хеҙмәткәре. Фотохәбәрсе төҙөлөш объекттарында, «Телеүҙәк»тә, «Өфө-Арена»ла, баш ҡаланың нефть эшкәртеү заводтарында ла булған.  

темалар: күргәҙмәләр