Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡорт лицей-интернатын тамамлаусылар Өфөлә һабантуй үткәрәсәк

Йәмғиәт

25 майҙа Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексында һабантуй үтә. Сараны «Үҫеш» фонды ярҙамында Республика башҡорт лицей-интернаты ойоштора.

Ҡала көнөнә арналған байрам программаһында уйындар, конкурстар, үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары, приздар һәм бүләктәр ҡаралған.

Лицейҙан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге һабантуй Башҡортостан баш ҡалаһына үҙенсәлекле бүләк булып тора.

Тәүге сығарылыш лицей-интернатта 1996 йылда булды. 2010 йылда уҡыу йортон тамамлаусылар «Үҫеш» фондын асыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Лицейға ойоштороу һәм финанс ярҙамы күрһәтеү уның төп маҡсаты булып тора. Лицейҙы тамамлаусыларҙың һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләренең хәйриә иғәнәләре фонд бюджетының төп өлөшөн тәшкил итә. Средстволар ҡабул итеү имтихандарын үткәреү, материалдар әҙерләү һәм баҫтырыу, уҡытыусылар өсөн квалификация күтәреү курстарын ойоштороу, уҡытыу ҡорамалдары һатып алыу өсөн тотонола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть