8 декабрь, Кесе йома

24 май 2013 йыл, 15:36

Өфөлә «Башнефть – Новойл» компанияһында яңы комплекс файҙаланыуға тапшырылды

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

24 майҙа Өфөлә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы булған «Башнефть – Новойл» компанияһында көкөрт кислотаһы ҡатнашлығында алкиллаштырыу һәм ҡулланылған көкөрт кислотаһын регенерациялау ҡулайламалары комплексы файҙаланыуға тапшырылды.

Сәнәғәт ҡулайламаларын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының Директорҙар советы рәйесе Владимир Евтушенков, «Башнефть» компанияһы президенты Александр Корсик, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге ҡатнашты.

Нефть эшкәртеү комплексын яңыртыу буйынса ҙур проект 2010 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Проектҡа 20-нән ашыу подряд ойошма – 3 меңдән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителде. Төҙөлөш 2012 йылдың декабрендә тамамланды.

«Башнефть» мәғлүмәттәре буйынса, проектҡа инвестициялар күләме 8 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

Аркадий Дворкович билдәләүенсә, Рәсәйҙә барлыҡ талаптарға яуап биргән ҙур производство асыу мөһим ваҡиға булып тора. Ни бары ике йыл ярым эсендә заманса технологиялар менән йыһазландырылған яңы производство төҙөлдө.

Башҡортостан Президенты ла бөгөнгө ваҡиғаның ил һәм республика иҡтисады өсөн мөһим булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы Башҡортостан иҡтисадының флагманы булып тора. Төбәк иҡтисады «Башнефть» компанияһы эшмәкәрлегенә бәйле. Беҙгә яҡшы производстволар, яҡшы эш урындары кәрәк. Республика башлығы бындай сәнәғәт ҡулайламаларының республикала артабан да булдырыласағына ышанысын белдерҙе.