Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала инвалид балаларға социаль пенсия күләме 10190 һум тәшкил итте

Йәмғиәт

Ағымдағы йылдың май айынан инвалид балалар һәм бала саҡтан I төркөм инвалидтары социаль пенсияларҙы яңы күләмдә ала башланы. Әлеге төр социаль пенсия күләме Башҡортостанда бөгөнгө көндә 10190 һум 77 тин тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр РФ Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән. Бындай пенсияларҙы республикала инвалид бала һәм бала саҡтан I төркөм инвалидтарын тәрбиәләгән 19 мең ғаилә алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль законға ярашлы, инвалид балаларға һәм бала саҡтан I төркөм инвалидтарына социаль пенсия 2013 йылдың 1 ғинуарынан арттырылырға тейеш ине. Шуға күрә май айында ғаиләләр пенсияны был ай өсөн генә түгел, ә яңы күләм менән ғинуар-апрель айҙарында алған пенсияның айырмаһын да алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть