Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

БР Хөкүмәтендә Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы менән осрашыу үтте

Иҡтисад

Төркиә Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Сабри Тунч Ангылы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов менән осрашты.

— Өфөгә визит бик файҙалы булды. Башҡортостан баш ҡалаһына икенсе тапҡыр килеүем. Көн элгәре III «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнаштым һәм Башҡортостандың төбәктә был йүнәлеште үҫтереү үҙәктәренең береһенә әүерелеүен күрҙем, — тип билдәләне Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Сабри Тунч Ангылы.

Уның һүҙҙәренсә, форумда ул Төркиәнең ҙур төҙөлөш компанияһы вәкилдәре менән танышҡан. Улар Рәсәйҙең нефть химияһы комплексы объекттарын яңыртыу проекттарында ҡатнашырға теләй.

— Яңыраҡ Мәскәүҙә, Төркиәнең Рәсәйҙәге илселегендә, үткән Башҡортостан Республикаһының презентацияһында Өфөгә Төркиә бизнесмендарының килеүе тураһында һөйләшеп килештек, — тине БР Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов. — Төркиә вәкилдәрендә нефть эшкәртеү, ағас эшкәртеү һәм ауыл хужалығы кеүек йүнәлештәр айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.  Был йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип ышанам.

Салауат Сәғитов һүҙҙәренсә, Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары үҙ-ара эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыуҙа йәнә бер күпер булып торасаҡ.

— Был мөһим ваҡиға алдынан саралар планы әҙерләнгән дә инде. Өфөлә, саммиттарҙан тыш, энергетика, транспорт, ауыл хужалығы, гуманитар өлкәләргә арналған йәнә 15-ләп сара үтәсәк, — тип хәбәр итте республика Хөкүмәте вице-премьеры.

Осрашыу барышында шулай уҡ ағымдағы йылдың көҙөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Төркиәгә эш визиты тикшерелде. Был Рөстәм Хәмитовтың Президент булараҡ Төркиәгә тәүге визиты буласаҡ.

Сарала билдәләнеүенсә, «Башҡортостандың презентацияһын Истанбул менән Анкаранан тыш, илдең башҡа төбәктәрендә лә үткәрергә кәрәк».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть