7 декабрь, Шаршамбы

24 май 2013 йыл, 11:11

Башҡортостанда Төркиә консуллығы асыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Алдағы ваҡытта Башҡортостанда Төркиә Республикаһының Почетлы консулы тәғәйенләнәсәк.

— Башҡортостанда Почетлы консул тәғәйенләү темаһы күптән алып барыла, — тине Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Сабри Тунч Ангылы, «Башинформ» журналисының һорауына яуап биреп. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Генераль консул Башҡортостанға рәсми визит менән килде.

«Әлегә был мәсьәлә буйынса Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығына мөрәжәғәт итмәнек, сөнки үҙ-ара килешеү процедураһы тамамланмаған әле», тип хәбәр итте Сабри Тунч Ангылы.

— Башҡортостанда яҡын арала Төркиәнең Почетлы консулы тәғәйенләнәсәк, тип ышанам. Ул мотлаҡ Рәсәй гражданы буласаҡ, — тине Генераль консул.