5 декабрь, Дүшәмбе

24 май 2013 йыл, 10:51

Өфөлә «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумы үтте

автор: Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин

Республикала «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумын үткәреү матур йолаға әүерелде.

23 майҙа БР Мәғарифты үҫтереү институтында 2013 йылда мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән төбәк-ара, республика, бөтә Рәсәй олимпиадаларының аҙаҡҡы этаптарында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.

Форумда 2012-2013 уҡыу йылының 60-тан ашыу иң яҡшы уҡыусыһы, шулай уҡ уларҙың уҡытыусылары наградланды. Тантаналы сарала Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

— Бөгөн беҙ республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаған, еңеүҙәргә өлгәшкән уҡыусыларҙы сәләмләйбеҙ, — тине Әлфис Ғаязов, сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап. – Үҙебеҙҙең мәктәп уҡыусыларына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Бындай бейеклектәргә өлгәшергә ярҙам иткәндәре өсөн уҡытыусыларға, ата-әсәләргә лә рәхмәт белдерәм. Йыл һайын алдынғы уҡыусыларҙы сәләмләүебеҙгә бик шатбыҙ. Белем биреү системаһын үҫтереүҙә был бик мөһим йүнәлеш булып тора.

Наградлау тантанаһы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Уҡыусыларҙың сағыу сығыштары сараға айырыуса йәм өҫтәне.