11 декабрь, Йәкшәмбе

24 май 2013 йыл, 10:01

Рөстәм Хәмитов менән Михаил Бабич Башҡорт дәүләт университетында булды

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡорт дәүләт университетында булды һәм университет ректораты менән осрашты. Осрашыу алдынан ҡунаҡтар күргәҙмәне һәм эксперименталь лабораторияларҙы ҡарап сыҡты. Был лабораторияларҙа физика һәм наноматериалдар технологияһы кафедраһы, электроника һәм наноэлектроника кафедраһы студенттары һәм аспиранттары шөғөлләнә.

Михаил Бабич билдәләүенсә, техник процеста алға китеш булһын өсөн, университеттар уҡыу йорттары ғына түгел, ә ғилми үҙәктәр ролен дә башҡарырға тейеш.

— Башҡорт дәүләт университеты республиканың төп белем биреү учреждениеһы, иң ҙур юғары уҡыу йорто булып тора. Шуға күрә һеҙ үҙ өҫтөгөҙгә ҙур яуаплылыҡ алдығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов БДУ-ның яңы ректоры Николай Морозкинға. – Университетты үҫтерергә кәрәк, күршеләрҙән ҡалышырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта тик Башҡорт дәүләт университетында ғына булған йүнәлештәргә — башҡорт халҡының тарихына, теленә иғтибар йүнәлтеү мөһим. Бер-ике йылдан БДУ янында ҙур ваҡиға – ШОС һәм БРИКС саммиттары үтәсәк. Ҡунаҡтарҙың бер өлөшө мотлаҡ бында киләсәк, шуға күрә быға әҙерләнергә кәрәк. Универитетта бер нисә ҙур сара үткәрелеүе ихтимал. Матди база тураһында уйларға кәрәк. Ике-өс яҡшы, заманса ятаҡ төҙөү бурысын ҡуйып, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өҫтөндә уйларға кәрәк. Һеҙҙең бурысығыҙ – фән өлкәһен үҫтереү, күберәк килешеүҙәр төҙөү. Һеҙгә уңыштар теләйем, — тине республика башлығы.