7 декабрь, Шаршамбы

23 май 2013 йыл, 16:16

Шаран районында бәләкәй бизнесты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

автор: Әлим Фәйезов

Шаран районында Рәсәй эшҡыуарлығы көнө алдынан бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренең форумы үтте. Сара сиктәрендә урындағы тауар етештереүселәр изделиелары күргәҙмәһе, сығыштар, консультациялар, фекер алышыуҙар ойошторолдо, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Раил Мусин.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин үҙенең сығышында эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Улар араһында – граждандарҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү процестарын әүҙемләштереү, яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, административ кәртәләрҙе бөтөрөү, ғәҙел конкуренция өсөн гарантиялар тәьмин итеү, квалификациялы консультацион ярҙам күрһәтеү, уңайлы бизнес-мөхит булдырыу.

Бөгөнгө көндә Шаран районында 456 шәхси эшҡыуар, 39 бәләкәй предприятие, 116 крәҫтиән фермер хужалығы иҫәпләнә. Бизнес вәкилдәренең 26 проценты — ауыл хужалығы өлкәһендә, 51 проценты ваҡлап сауҙа итеү һәм көнкүреш приборҙарын ремонтлау өлкәләрендә мәшғүл. Эшҡыуарҙар шулай уҡ сәнәғәт һәм эшкәртеү производствоһы, күсемһеҙ милек менән операциялар башҡарыу, транспорт, элемтә, төҙөлөш өлкәләрендә эшмәкәрлек алып бара.

Форумда докладтар менән БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Камил Ғәлиев, Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкилдең баш консультанты Илдар Әхмәтшин, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы Альмир Асҡаров сығыш яһаны.

Форум «Шаран районы муниципаль райондың иң яҡшы эшҡыуары» конкурсының төрлө номинацияларында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы менән тамамланды.